Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәй маркетологы Башҡортостандың һәм Өфөнөң бренды кәрәклеген аңлатты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Рәсәйҙәге билдәле маркетинг һәм киң коммуникациялар белгесе Михаил Дымшиц ни өсөн Башҡортостанға һәм Өфөгә бренд кәрәклеге хаҡында һөйләне. Ул «Башбренд-2015» семинарында ҡатнашты.

Михаил Дымшиц фекеренсә, баш ҡаланың бренды тәү сиратта ҡала халҡына кәрәк: «Ҡаланың башҡорт телендәге яҙылышынан логотип эшләргә мөмкин. Был бик һирәк осрай. Өфөнөң бренды ҡалала йәшәүселәрҙе берләштереү өсөн бик мөһим. Илебеҙҙә 150 самаһы ҙур ҡала бар. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла мәскәүҙәрҙең иғтибарын йәлеп итергә тырыша. Һеҙҙең нисек йәшәүегеҙ бер кемгә лә ҡыҙыҡ түгел, шулай ҙа кемделер Өфө тормошоноң ҡайһы бер яҡтары ҡыҙыҡһындырыуы мөмкин. Шуға күрә төрлө аспекттар өсөн брендта төрлө үҙенсәлекле билдәләрҙе ҡулланыу зарур».

Бынан тыш, төбәкте рекламалау мәсьәләһендә инвесторҙарҙы йәлеп итерлек реаль ғәмәлдәргә баҫым яһау мөһим, тип билдәләне маркетолог. «Герб һәм флаг Башҡортостандың бренды булып тора. Чиновниктарҙы инвестициялар йәлеп итеү ҡыҙыҡһындыра. Ә инвесторҙарға бренд түгел, реаль ғәмәлдәр кәрәк. Уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн ниндәйҙер сервис булдырырға һәм «Башкиринвест» тип атарға мөмкин. Ошо сервис төбәктең бренды буласаҡ та инде», — тип үҙ фекерен белдерҙе Михаил Дымшиц.

Теги: бренд
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть