6 декабрь, Шишәмбе

23 июнь 2015 йыл, 17:17

Башҡортостан юлдаш телеканалы актер Хәмит Яруллиндың иҫтәлегенә арнап фильм күрһәтәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 27 июндә Башҡортостан юлдаш телеканалында киске 7 тула 15 минутта ҡыҫҡа метражлы «Япраҡ» фильмы күрһәтеләсәк. Уны былтыр «Башҡортостан» киностудияһында йәш режиссер Роман Пожидаев төшөргән. Был фильм билдәле башҡорт актеры, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллин өсөн һуңғыһы булды. Ул яңыраҡ, 5 июндә, донъя ҡуйҙы.

Фильмда Илһам исемле малай хаҡында һүҙ бара. Ул сирле олатаһының вафат булыуын теләмәй. Үҙенсә йәшәү һәм үлем араһындағы һорауҙы хәл итергә тырыша. Фильм актерҙың яҙмышы менән бергә үрелеп бара. Һуңғы йылдарҙа ул йыш сирләй һәм ролдәрҙән баш тарта. Сюжет буйынса, уға йәшлеге, вафат булған ҡатыны төшөнә инә, уны үҙенә саҡыра. Актерҙың тормош иптәше Зилара Әйүпова 2014 йылдың 20 сентябрендә яҡты донъя менән хушлашты. Коллегалары һүҙҙәренсә, Хәмит Ғатаулла улы хәләл ефетен юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Улар Мәскәүҙә уҡып йөрөгән йылдарҙа танышҡан булған. Оҙон, бәхетле ғүмер кисереп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

«Күҙҙәре насар күреүенә һәм Бөрйән районының алыҫ булыуына ҡарамаҫтан,  Хәмит Ғатаулла улы сценарийҙы уҡып сығыу менән риза булды. Уны фильмдың идеяһы илһамландырҙы. Ул фильм төшөрөүҙәге барлыҡ ауырлыҡтарға ла сыҙаны. Һуңғы ваҡытта уға шылтыратып, фильмдың фестивалдәрҙә уңыш ҡаҙаныуы хаҡында һөйләгәндә, Хәмит ағай: «Минең дә фильмдың геройы кеүек үк Зиларам эргәһендә булғым килә...», — тип әйтә торғайны», — тип хәтирәләре менән бүлешә сценарий авторы Зөһрә Бураҡаева.  

«Япраҡ» фильмында шулай уҡ Урал Әминев, Гөлмирә Исмәғилева, Сулпан Асҡарова, Зөлфәр Әхмәтов төшкән. Операторы — Илдар Бикмәтов, рәссамы — Эльвира Ғайсина, композиторы — Владислав Савватеев. Хәҙерге ваҡытта «Япраҡ» фильмы күп кинофестивалдәрҙә ҡатнаша һәм танылыу яулай.