8 декабрь, Кесе йома

23 июнь 2015 йыл, 16:33

«Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев «iВолга-2015» форумында оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев «Иволга-2015» йәштәр форумының «МедиаТулҡын» сменаһында ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Танылған журналист, блогер, йәмәғәт эшмәкәре осрашыуҙың темаһын «Хәрефтәр донъяны үҙгәртә» тип билдәләне.

«Асылда бөгөн һәр әүҙем йәш кеше, бында уларҙың һаны 2000-дән ашыу, үҙенең проектын һәм идеяһын халыҡҡа еткерә алыусы бәләкәй мәғлүмәт агентлығы. Бөгөн аҙ сығымдар сарыф итеп, быны нисек дөрөҫ эшләү хаҡында һөйләшәсәкбеҙ, — тип билдәләне баш мөхәррир. — Мин форумда ике көн генә. Бында ижади йәштәр бик күп. Форумда проекттарын яҡлап, грант алғас, артабан уларҙы тормошҡа ашыра».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Волга буйы федераль округының «iВолга-2015» йәштәр форумы Һамар өлкәһендә уҙа. Унда округ төбәктәренән һәм сит илдән ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша.