Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

25 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

25 июндә Өфөлә «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда Йәштәр көнө билдәләнә.

Баш ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам көнөндә ошо урын сағыу музыкаль майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Сара ҡунаҡтарын бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ һауала сальса, автомобилдәр күргәҙмәһе, «Оҫталар ҡалаһы» аллеяһы, конкурстар һәм бүләктәр көтә.

Урамдағы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн стритбол буйынса Өфө кубогы үтәсәк.

Өфө эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ популяр йәш йырсы Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey) байрам кәйефе бүләк итәсәк.

Сара киске сәғәт 5-тә башлана.

Белешмә. 27 июндә Рәсәйҙә Йәштәр көнө билдәләнә. Был байрам 22 йыл элек Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм Милли йәштәр берләшмәләре советы тәҡдиме буйынса Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельциндың бойороғо менән булдырылған.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть