Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың еңел атлеттары Европа чемпионы булды

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандың еңел атлеттары Европа чемпионы булды. Белорет мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Егор Николаев менән Гөлшат Фазлетдинова Рәсәй йыйылма командаһы составында Чебоксар ҡалаһында үткән алтынсы Европа чемпионатында еңеү яуланы.

Шәхси беренселектә яҡташтарыбыҙ 3000 һәм 5000 метрлыҡ арауыҡта дүртенсе урын алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ярыштарҙа Белоруссия, Германия, Бөйөк Британия, Испания, Италия, Норвегия, Польша, Украина, Франция, Финляндия, Швеция һәм Рәсәй йыйылма командалары ҡатнашты.

Рәсәйҙең йыйылма командаһы 368,5 балл йыйып, тарихта дүртенсе тапҡыр ярышта еңеү яуланы. Икенсе урынға Германияның еңел атлеттары (346,5) лайыҡ булды. Өсөнсөлә — француздар (319,5). Ике көн эсендә Рәсәйҙең еңел атлеттары 10 алтын, ете көмөш һәм өс бронза миҙал алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть