Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе «Армия-2015» форумында Су-35С өсөн двигатель тәҡдим итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

«Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Мәскәү өлкәһе Кубинка ҡалаһының «Патриот» конгресс-күргәҙмә үҙәгендә үткән «Армия-2015» Беренсе Халыҡ-ара хәрби-техник форумында үҙенең продукцияһын тәҡдим итте. Был хаҡта предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Берекмә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы составында Су-35С истребителе өсөн АЛ-41Ф-1 двигателенең макетын күрһәтте.

Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы шулай уҡ ВК-2500 вертолет двигателен тәҡдим итте, уны эшләүҙә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ҡатнаша. Корпорацияның стенды «Патриот» үҙәгендәге экспозицияла лайыҡлы урын биләне. Унда ҡуйылған изделиеларҙың макеты двигателдәрҙе тышҡы яҡтан ғына түгел, уның эске ҡоролмаларын да баһаларға мөмкинлек бирҙе. Экспозицияла ҡатнашҡаны өсөн «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәй Оборона министрлығының дипломы менән бүләкләнде.

«Армия-2015» форумы ҡунаҡтары Кубинка аэродромында пилотаж төркөмдәренең күрһәтмә сығыштарын күҙәтә алды, унда билдәле МиГ-29 «Стриж» һәм Су-27 «Русские витязи» самолеттары осош яһаны (Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ошо истребителдәр өсөн АЛ-31Ф двигателдәрен етештерә). Бынан тыш, тамашасылар алдында Өфө двигателдәре ҡуйылған Су-30, Су-35С самолеттары осош яһаны, Фронт авиацияһының перспективалы авиация комплексы ла күрһәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть