10 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2015 йыл, 11:51

Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары Ҡаһым түрәне һәм Рудольф Нуриевты ҡарай аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары уңайынан Башҡортостандың һәр мәҙәни учреждениеһы мәҙәни программа әҙерләй. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сит ил ҡунаҡтарына башҡорттарҙың менталитетын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған спектаклдәр тәҡдим итә.

6 июлдә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар Баязит Бикбайҙың һәм Хәмит Ирғәлиндың «Ҡаһым түрә» драмаһын (режиссеры — Олег Ханов) ҡарай ала. Спектакль 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашевҡа арналған.

7 июлдә «Руди — Never оff» спектакле (режиссеры — Айрат Абушахманов) сәхнәгә ҡуйыла. Бында билдәле балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев хаҡында һүҙ бара. «Уның бала сағында күргән ауырлыҡтары, тормош һынауҙары хаҡында белмәүселәр бөтә донъяла танылыу яулаған бөйөк бейеүсенең көслө характерын аса», —  тип билдәләнеләр театрҙа.

8 июлдә театр Мөхәмәтша Буранғоловтың «Шәүрәкәй» музыкаль комедияһын (режиссеры — Айрат Абушахманов) тәҡдим итә. 9 июлдә Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» мюзиклы (режиссеры — Олег Ханов) күрһәтелә.