Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин «Башнефть» компанияһының 25 процент акцияларын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева, Артур Басиров/.

Кисә ил Президенты Владимир Путин «Башнефть» компанияһының 25 процент акцияларын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Хөкүмәтенә ике ай эсендә «Башнефть» компанияһының 38 128 551 ябай акцияларын һәм 6 280 076 өҫтөнлөклө акцияларын Башҡортостан Республикаһы милкенә тапшырыуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указ уға ҡул ҡуйған көндән, 2015 йылдың 21 июненән көсөнә инә.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдә эшмәкәрлек алып бара. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә нефть табыу буйынса алтынсы (17,8 миллион тонна) һәм уны беренсел эшкәртеү буйынса дүртенсе урынды (21,7 миллион тонна) биләй. Рәсәйҙә «Башнефть» өлөшөнә нефть сығарыуҙың дөйөм күләменең 3,4 проценты һәм уны эшкәртеүҙең дөйөм күләменең 7,6 проценты тура килә.

Теги: башнефть
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть