11 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2015 йыл, 18:29

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан делегацияһының Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыуына йомғаҡ яһаны

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 22 июндә Республика йортонда үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика делегацияһының XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыуына йомғаҡ яһаны. Сара 18-20 июндә уҙҙы.

Республика етәксеһе Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансыҡтарында үткән ШОС һәм БРИКС эшлекле форумдары һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.

«Ниһайәт, аныҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға иғтибар йәлеп итеү йәһәтенән эштәр башланды. Бынан тыш, бер нисә делегация төбәк-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтеү хаҡында һүҙ алып бара. Ҡытай Халыҡ Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары ла ошо хаҡта әйтте. Бөгөн төбәк-ара хеҙмәттәшлек тәүге урынға сыға», — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев һәм башҡа ҡатнашыусылар менән эшлекле осрашыуҙар үткәреүен, Карелия Республикаһы һәм Новосибирск өлкәһе менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлөүен билдәләне.

«Шулай уҡ «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутын асыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек һәм мәғлүмәт менән алмашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 1997 йылдан бирле үткәрелә. 2006 йылдан Рәсәй Президенты етәкселегендә уҙғарыла. Был майҙанда яңы иҡтисади держава лидерҙары Рәсәй, үҫешеүсе баҙарҙар һәм донъя алдында торған мөһим иҡтисади мәсьәләләрҙе билдәләү һәм тикшереү өсөн осраша. Һуңғы ун йылда форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыуы өсөн төп донъя майҙансыҡтары иҫәбенә инде. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына Рәсәйҙән һәм сит илдән 7 500-ҙән ашыу кеше килә, улар араһында үҫешеүсе илдәрҙең дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары, ҙур компания етәкселәре, шулай уҡ фән, киң мәғлүмәт саралары һәм гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәре араһынан билдәле донъя эксперттары бар.