Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һалды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

22 июндә Өфөнөң В.И.Ленин исемендәге паркында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә арналған «Хәтер шәме» акцияһында ҡатнашты.

Почетлы ҡарауыл Еңеү паркындағы Мәңгелек уттан ҡабыҙылған шәмде тотоп тантаналы рәүештә Александр Матросовтың һәйкәле алдынан үтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, кадеттар, курсанттар, балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре республика Башлығы менән бергә Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

«Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Бынан 74 йыл элек һуғыш башланды. Шундай йәйге иртәлә халыҡ дошмандың илебеҙгә һөжүм итеүе тураһында хәбәр алды. Ул ваҡытта кешеләрҙең ниндәй хис-тойғолар кисереүе аңлашыла. Тәү сиратта фронтҡа китеү һәм дошманды юҡ итеү теләге уяна. Күптәр шулай эшләй ҙә инде. Башҡортостандан 700 мең самаһы кеше һуғышҡа алына. Шуларҙың яртыһы кире әйләнеп ҡайтмай. Уларға мәңгелек дан», — тине Рөстәм Хәмитов.

Йыл һайын 22 июндә илебеҙҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Был көндө Рәсәй биләмәһендә дәүләт флагтары төшөрөлә, рәсәйҙәр Билдәһеҙ һалдат ҡәберендә, иҫтәлекле урындарҙа һәм мемориалдарҙа сәскәләр һала, шәмдәр ҡабыҙа. Рәсәй халҡы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуын бер минутлыҡ тынлыҡ һәм ҡыңғырауҙар сыңы менән иҫкә ала, илдә төрлө патриотик акциялар ойошторола.

Илебеҙҙең күп кенә ҡалаларында, шулай уҡ Украинала, Белоруссияла һәм Көньяҡ Осетияла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға арнап  «Хәтер шәме» акцияһы үтә. Теләгән һәр кем яуҙа башын һалған, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙан вафат булған тиҫтәләрсә миллион ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу акцияһына ҡушыла ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть