Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 1,2 миллиард һум бүленде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Рәсәй Президентының «май указдары»нда билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте «2015 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында» 221-се ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта 22 июндә Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Документ бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фондын арттырыу өсөн республика бюджетынан 1,2 миллиард һумдан ашыу өҫтәмә аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тота.

– Тәү сиратта, әлбиттә, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, социаль, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре хаҡында һүҙ бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хөкүмәт ҡарары 97 мең кешегә ҡағыла. Бер үк ваҡытта 2015 йылға эш хаҡын арттырыуҙың маҡсатлы йүнәлештәре билдәләнгән.

Республика Башлығы Башҡортостандың Мәғариф, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтарына 25 июнгә тиклем туранан-тура алыусыларға аҡса күсереү тураһында муниципалитеттар менән килешеү төҙөргә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть