11 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2015 йыл, 16:04

Төбәктә «Урал батыр эҙҙәре буйлап» конкурсы ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 24 июндән 26-на тиклем Учалы районында «Урал батыр эҙҙәре буйлап» республика конкурсы ойошторола. Бәйгенең маҡсаты — Урал батыр образы аша үҫеп килеүсе быуында үҙ халҡыңа, тыуған ергә, уның тарихи үткәненә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Конкурста «Урал батыр» эпосын белгән, 18-35 йәшлек яҡшы физик әҙерлекле йәштәр ҡатнаша ала. Әбйәлил, Бөрйән, Стәрлетамаҡ, Учалы райондары вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдерҙе лә инде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.

24 июндә көндөҙгө сәғәт 2-лә ярыштарҙы тантаналы асыу була. Был көндө ҡатнашыусылар «Тере һыу» ижади конкурсында башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында уйнау һәм халыҡ бейеүен башҡарыу оҫталығын күрһәтәсәк.

25 июндә Ирәмәл тауына артылыу һәм һуңынан Ағиҙел йылғаһы башына төшөү иң ауыр һынауҙарҙың береһе буласаҡ. Был этап «Урал батыр эҙҙәре буйлап» тип атала. 26 июндә «Урал батыр билбауы» конкурсында Ҡалҡан күлендә йөҙөү ярыштары ойошторола.  Артабан конкурсанттар ат егеү һәм ҡороҡ һалыу оҫталығын күрһәтәсәк.

26 июндә бәйгегә йомғаҡ яһала. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Учалы районы хакимиәте.

«Урал батыр» — халҡыбыҙҙың боронғо эпик әҫәре. Әҫәр учалылар өсөн бик ҡәҙерле. Сөнки райондағы күп урындар: Яйыҡ һәм Иҙел йылғаларының башы, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә йылғалары эпоста һүрәтләнгән ваҡиғаларға бәйле.