Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә Франция делегацияһы менән осрашыу булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә Франция делегацияһы менән осрашыу булды.

Республика Хөкүмәте исеменән ҡунаҡтарҙы төбәк Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов сәләмләне.

— Осрашыу ябай булмаған геосәйәси шарттарҙа үтә, һәм был беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең үҫешендә сағылыш таба, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Ағымдағы йылдың дүрт айында Евросоюздағы традицион партнерҙар иҫәбенә Башҡортостан һәм Европа илдәре араһында тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 40 процентҡа кәмене. Дөйөм алғанда, илдә һәм республикала тиң хоҡуҡлы, үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу ҙур. Был сәфәр геосәйәси ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сыҡҡандан һуң әүҙем хеҙмәттәшлекте тергеҙергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Бынан тыш, Башҡортостан һәр ваҡыт әүҙем тышҡы сауҙа хеҙмәттәшлек яҡлы булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади бәйләнештәрҙе мөмкинлектәргә ҡарап үҫтерергә тырышабыҙ.

Францияның Рәсәйҙәге илсеһе Жан-Морис Рипер Өфө һәм республика хаҡында тәьҫораттары менән бүлеште, иҫке йорттарҙы яңыртыу барышына һоҡланыу белдерҙе.

— Делегациябыҙҙа илселектең, Франция-Рәсәй сауҙа палатаһының иҡтисади, мәҙәни бүлектәре, шулай уҡ Франция предприятиелары вәкилдәре бар, — тип хәбәр итте илсе. — Иҫегеҙгә төшөрәм, Франция президенты Франсуа Олланд, башҡа илдәрҙең лидерҙары менән бергә, килеп тыуған хәлдән тиҙерәк сығырға ынтыла. Беҙ емешле хеҙмәттәшлек булдырырға теләйбеҙ.  

Франция компаниялары вәкилдәре ауыл хужалығы, тоҡомло малсылыҡ, шулай уҡ дарыу етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Бынан тыш, Франция ритейлерҙары вәкилдәре Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтерергә теләй. Атап әйткәндә, француздар республикала «Декатлон» магазиндар селтәрен киңәйтергә ниәтләнә. Яҡын арала Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ике магазин асыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть