6 декабрь, Шишәмбе

22 июнь 2015 йыл, 13:18

Франция ауыл хужалығы өлкәһендә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Франция ауыл хужалығы өлкәһендә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе. Был хаҡта бөгөн, 22 июндә, Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Жан-Морис Рипер белдерҙе. Баш ҡалаға уның етәкселегендәге Франция делегацияһы килде.

«Беҙҙең килеүебеҙ, Рәсәйҙәге иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Францияның Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын дәлилләй. Ауыл хужалығы — Башҡортостандың, шул уҡ ваҡытта Францияның да иң көслө тармаҡтарының береһе», — тип билдәләне Жан-Морис Рипер.

Илсе Франция республикаға аграр комплекста йәш кадрҙар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын, шулай уҡ француздарҙың малсылыҡты үҫтереү, орлоҡ әҙерләү һәм аграр секторҙың башҡа йүнәлештәре мәсьәләләрендә үҙ-ара килешеп эш итеү менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.

Франция делегацияһы составына, аграр сектор компаниялары вәкилдәренән тыш, һаулыҡ һаҡлау, энергетика, транспорт предприятиелары инә.

темалар: ауыл хужалығы