Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан музыканты төрки донъяһының сәнғәт оҫталары концертына саҡырылған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Танылған ҡурайсы, Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин төрки донъяһының сәнғәт оҫталары концертында ҡатнаша. Программалар «Мары — 2015 йылда төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы» акцияһы сиктәрендә 20 июндән 27-нә тиклем дауам итә.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин Төркмәнстан дәүләт симфоник оркестрының дирижер пульты артына баҫасаҡ, шулай уҡ ҡурайҙа ла уйнаясаҡ. Мары ҡалаһында концерт — 23 июндә, Туркменабадта 25-дә буласаҡ. Сараға Төркмәнстан Президенты Гурбангулы Бердымухамедов киләсәк.

«Мин тәүге тапҡыр Төркмәнстандың симфоник оркестры дирижеры сифатында сығыш яһайым. Беҙ башҡорт композиторы Нур Дауытовтың «Ҡыҙҙар бейеүен» башҡарабыҙ. Шулай уҡ мин ҡурай һәм Морат Әхмәтовтың оркестры өсөн көйҙәр уйнайым. 27 июндә беҙ, саҡырылған ҡунаҡтар, Төркмәнстан Президенты өсөн сығыш яһайбыҙ», — тип һөйләне Рәмил Ғәйзуллин.

Концерттарҙа Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Рәсәйҙән (Башҡортостан, Татарстан, Ҡырым Республикаһы) солистар ҡатнаша. Музыканттар репертуарҙарын артабан байытыу өсөн үҙҙәренең яҙмалары менән алмашасаҡ. Сараны ойоштороусылар — ТӨРКСОЙ төрки мәҙәниәтенең халыҡ-ара ойошмаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть