9 декабрь, Йома

22 июнь 2015 йыл, 11:52

Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 30 миллиондан ашыу Рәсәй халҡы һәләк булды, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә меңе концлагерҙа яфа сикте һәм тылда аслыҡтан интекте, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөлгөнлөк  әллә күпме кешенең ғүмерен алып китте.

Был көндө республикала төрлө патриотик акциялар уҙғарыла. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы йортонда республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашасаҡ. 40 бала Республика парламенты тарихы музейын, Геральдика залын, Дәүләт Йыйылышының пленар ултырыштары уҙғарылған ҙур залды ҡараясаҡ. Бынан тыш, ҡунаҡтар республика парламенты Рәйесенә һорауҙар бирә ала. Уҡыусылар өсөн байрамса сәй эсеү һәм фотоға төшөү ойоштороласаҡ.

Осрашыуҙа Константин Толкачев балалар йорто етәкселегенә Бөйөк Ватан һуғышына арналған китаптар тапшырасаҡ. «Китап» нәшриәтенең ун бер китаптан торған коллекцияһына өс телдәге художестволы әҫәрҙәр индерелгән. Уларҙың күбеһе автор-фронтовиктарҙың (Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев һәм башҡаларҙың) хәтирәләре нигеҙендә яҙылған.

Был көндө өлкәндәр йәш быуынға Башҡортостандың дошманды еңеүҙә баһалап бөткөһөҙ роле хаҡында бәйән итә. Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың исеме бөтә илгә билдәле. Легендар осоусы Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. 37 яугир — Дан орденының тулы кавалеры.