4 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2015 йыл, 10:13

Журналистар фестивалендә ҡатнашыусылар ШОС һәм БРИКС илдәре мәҙәниәтен күрһәтте

фото: автор һәм Артур Басиров

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл Башҡортостан журналистарының «Журфест» йәйге фестивале республиканың күркәм урындарының береһендә — Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында ойошторолдо. Сараға баш мөхәррирҙәр, республика, район гәзит-журналдары, радио, телевидение һәм интернет-баҫмалар хәбәрселәре йыйылды.

Быйылғы фестиваль ШОС һәм БРИКС илдәренең мәҙәниәтенә арналды. Журналистарҙың командалары йәрәбә буйынса эләккән илдәрҙең сағыу презентацияһын әҙерләгәйне. Фестиваль биләмәһендә тематик майҙансыҡтар эшләне. ШОС илдәренең милли мәҙәниәттәре үҙәге етәкселәре, Ҡытай, Гана һәм Һиндостан студенттары сараның абруйлы ҡунаҡтары булды.

Фестивалде асыу тантанаһында журналистарҙы Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков сәләмләне. Сара сиктәрендә иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Күгәрсен районы хакимиәте, сараның генераль партнеры «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар алынды.

Фестивалдә Матбуғат клубы ла ойошторолдо, унда журналистар, ҡунаҡтар һәм сараны ойоштороусылар ҡатнашты. Мәскәүҙән килгән билдәле дизайнер, гәзиттәрҙе график биҙәү буйынса китаптар авторы, «Журналистика һәм медиабаҙар» журналы күҙәтеүсеһе Владимир Скоробогатько оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Бөтә теләүселәр Яңы Мораҙым мәмерйәһенә экскурсияға барҙы. Фестиваль «EvroАзия» төркөмө, Күгәрсен районы артистары ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды.

Йыл һайын республиканың төрлө райондарында «Журфест» һабантуйы уҙғарыла. Быйыл ул бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Киң мәғлүмәт саралары фестивале, ғәҙәттәгесә, һөнәри байрам – Башҡортостандың Матбуғат көнө уңайынан үткәрелә. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостандың Журналистар союзы, «Башнефть», «Имидж-Консультант» компаниялары.