11 декабрь, Йәкшәмбе

19 июнь 2015 йыл, 18:28

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев менән осрашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 июндә Санкт-Петербургта XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында республикала агросәнәғәт комплексындағы ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

Төбәктә ауылды яңыртыу буйынса төп эш принциптары хаҡында һүҙ алып барғанда, Рөстәм Хәмитов республикалағы агропредприятиеларҙың етештереү күләменең түбән булыуын билдәләне – йылына бер кешегә 700-800 мең һум.

«Йәғни беҙ оҫталыҡ менән түгел, һан менән алдырабыҙ. Формаль яҡтан һөт, эре мөгөҙлө малдар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләйбеҙ. Әммә был шәхси хужалыҡтар буйынса. Әлбиттә, ауыл хужалығын ойоштороу өсөн башҡа юлдар кәрәк», — тине төбәк Башлығы. Ул хәҙер агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең республика программаһы әҙерләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры, үҙ сиратында, республикала күрһәткестәрҙең юғары булыуын, төбәкте Ауыл хужалығы министрлығы кимәлендә өлгө итеп ҡуйыуын билдәләне.

Осрашыуҙың тулы  стенограммаһы менән Башҡортостан Башлығының сайтында танышырға мөмкин.

темалар: бр башлығы