7 декабрь, Шаршамбы

19 июнь 2015 йыл, 17:44

Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 19 июндә Санкт-Петербургта XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең инновациялы төбәктәр ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡатнашты, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Дөйөм йыйылыш барышында 2014 йылда ассоциацияның һәм уның комитеттарының эш һөҙөмтәләре, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Шулай уҡ ассоциация Советы һәм ревизия комиссияһы ағзалары һайланды.

Республика Башлығы яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплексы, финанс секторы, машиналар эшләү һәм башҡа компания етәкселәре һәм милекселәре менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Улар Рәсәйҙең технологик үҫеш фонды һәм AVG Capital Partners инвестиция компанияһы менән килешеүҙәр. AVG Capital Partners менән оҙайлы килешеү Башҡортостанда орлоҡто тәрән эшкәртеү комплексын төҙөүгә йүнәлтелгән.

Республиканың Үҫеш корпорацияһы төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов алдында X5 Retail Group менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

2010 йылда Томскиҙа XIII «Innovus» инновациялы форумы барышында ҡатнашыусы төбәктәрҙең һөҙөмтәле инновациялы үҫешенә ярҙам итеү маҡсатында Рәсәйҙең инновациялы төбәктәр ассоциацияһы булдырылды. Тәүҙә уның составына һигеҙ төбәк инде. Артабанғы йылдарҙа уға Рәсәйҙең тағы ла алты төбәге ҡушылды. Башҡортостан 2012 йылдан алып берекмә ағзаһы булып тора.