6 декабрь, Шишәмбе

19 июнь 2015 йыл, 17:03

«Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутын асыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 18 июндә XIX Петербург иҡтисади форумында Рәсәй биләмәһендә «Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутын асыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек һәм мәғлүмәт менән алмашыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Татарстан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов, Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг, «Проектлы финанслауҙың федераль үҙәге» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Илья Пономарев һәм «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Сергей Кельбах ҡул ҡуйҙы.

Өс йылға иҫәпләнгән килешеү юл тармағында дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә мәғлүмәт, тәжрибә менән алмашыуҙы, шулай уҡ «Европа – Көнбайыш Ҡытай» транспорт маршрутын асыу сиктәрендә инвестиция проекттарын әҙерләгәндә оҙайлы хеҙмәттәшлек булдырыуҙы күҙ уңында тота.

«Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутының дөйөм оҙонлоғо 8 445 километр тәшкил итә. Шуларҙың 2 233 километры Рәсәй биләмәһенән, 2 787 километры – Ҡаҙағстан, 3 425 саҡрымы Ҡытай Халыҡ Республикаһы аша үтәсәк.

Халыҡ-ара транспорт коридорын булдырыу «Баулы – Күмертау» автомобиль юлын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Артабан ул федераль әһәмиәттәге «Өфө – Ырымбур» автомобиль юлына тоташасаҡ. Трассаның Башҡортостан биләмәһендәге дөйөм оҙонлоғо 282 саҡрым тәшкил итәсәк.