2 декабрь, Йома

19 июнь 2015 йыл, 16:08

Рөстәм Хәмитов БРИКС эшлекле форумының панель сессияһында сығышы яһаны

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 18 июндә Санкт-Петербургта XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «БРИКС илдәренең иҡтисади хеҙмәттәшлеге: үҫеш өсөн мөмкинлектәр» БРИКС эшлекле форумының панель сессияһында сығыш яһаны, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.

БРИКС илдәренең эшлекле даирә лидерҙары һәм дәүләт эшмәкәрҙәре ҙур көн тәртибен тикшерҙе. Унда БРИКС сиктәрендә сауҙа эшмәкәрлеге һәм инвестиция хеҙмәттәшлегенең әлеге хәле һәм киләсәге, иҡтисад үҫешен әүҙемләштереү юлдары, төбәк-ара бәйләнештәр булдырыу һәм уларҙы нығытыу, эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кеүек мәсьәләләр индерелгәйне. Эшлекле форумда ҡатнашыусылар фекеренсә, БРИКС эсендә унда ҡатнашыусы илдәрҙең милли валюталары үҙ-ара иҫәпләшеүҙең нигеҙе булырға тейеш. Шулай уҡ БРИКС-тың Үҫеш банкын булдырыу тураһында башланғысты тикшереүҙе дауам иттеләр.

«Саммиттарҙы үткәреүгә әҙерлек тамамланыу алдында. Дөрөҫөн әйткәндә, Өфө саммиттарҙы ҡабул итергә әҙер. 9 июлдә БРИКС саммиты эшләй, 10-да Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтарының осрашыуы уҙа. Бик күп ҡунаҡтар килә, мин барығыҙҙы ла матур, заманса ҡалаға — Өфөгә саҡырам. Бөтә ҡунаҡтарға ла уңайлы булыр, тип ышанам», — тине Рөстәм Хәмитов.  

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, «бөгөн төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу идеяһы эшҡыуарлыҡты, фәнде, мәҙәниәтте, мәғарифты, социаль мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә төп урынды биләргә тейеш. Ошо проблемаларҙы тикшереү, яңы бәйләнештәр булдырыу, уларҙы тәртипкә килтереү мөмкин булған майҙансыҡ бик кәрәк».

Сығыштың тулы стенограммаһы Башҡортостан Башлығының сайтында бирелгән.