Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда алты меңгә яҡын кеше талпандан зыян күргән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда алты мең самаһы кеше талпандан тешләнгән. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса талпандан тешләнгән 5976 кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, улар араһында 1791 бала бар.

Дауаханаға килгәндәрҙең 31,6 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 80,6 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.

Зыян күреүселәрҙән алынған талпандарҙың 5,5 проценты (266 бөжәк) – талпан энцефалиты вирусы, 15,9 проценты (352 талпан) боррелиоз менән зарарланған.

Бөгөнгө көнгә талпан энцефалиты һәм боррелиозы менән сирләүҙең икешәр осрағы теркәлгән.

Табиптарҙың һүҙҙәре буйынса, талпан энцефалитына ҡаршы вакцинаны йыл әйләнәһенә яһатырға була. Әммә икенсе привика яһатҡандан һуң кәм тигәндә ике аҙна үткәс кенә тәбиғәт ҡосағына сығырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть