3 декабрь, Шәмбе

19 июнь 2015 йыл, 14:30

Рөстәм Хәмитов менән Алексей Миллер «Газпром»дың республика иҡтисадына капитал һалыу мөмкинлектәрен тикшерҙе

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Санкт-Петербургта XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте. Яҡтар хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу барышын һәм газ сәнәғәтендә ҡулланылған газ һурҙырыу агрегаттары өсөн двигателдәр етештереү буйынса берлектәге предприятие булдырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Беҙ берлектәге предприятиены сафҡа индерергә әҙер, – тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. – Финанс моделе лә бар, аҡса ла күп кәрәкмәй. Йылына 30-60 машина эшләргә була.

Хәҙерге ваҡытта «Уфа-АвиаГаз» акционерҙар йәмғиәтендә газ һурҙырыу агрегаттары өсөн АЛ-31СТ двигателдәрен йыйыу, һынап ҡарау, ремонтлау һәм сервис хеҙмәтләндереүе буйынса «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе (ӨМЭБ)» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Башҡортостандың берлектәге предприятиеһын булдырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Бынан алдараҡ «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ошо двигателдәрҙең сериялы сығарылышы үҙләштерелгәйне, хәҙерге көндә хәрби авиация өсөн двигателдәр эшләүгә заказдарҙың артыуына бәйле был профилле йүнәлеш һаналмай.

Осрашыу барышында компанияның республиканың газ менән тәьмин итеү ышаныслылығын арттырыу буйынса эшмәкәрлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүленде. 2010-2014 йылдарҙа төбәк биләмәһендә «Газпром»дың капитал һалыу күләме 17 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, тип билдәләнде. Был аҡсалар Ҡансура-Муса ер аҫты газ һаҡлағысын, «Магнитогорск – Ишембай» һәм «Магнитогорск – Стәрлетамаҡ» газ үткәргестәрен, өс компрессор станцияларын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.

Быйыл «Газпром»дың капитал һалыу күләме яҡынса 4 миллиард һум  кимәлендә булыр тип көтөлә.

Шулай уҡ Башҡортостандың газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү күҙлегенән «Газпром» өсөн өҫтөнлөклө ун төбәктең береһе булыуы билдәләнде. Хәҙерге ваҡытта республика биләмәһендә компанияның газ тултырыу һәләтенә эйә булған 11 компрессор станцияһы эшләй, шуларҙың икәүһе төҙөкләндерелә. Йыл аҙағына тиклем «Газпром» Өфөлә тағы ла  шундай станция төҙөп, сафҡа индерергә ниәтләй.