6 декабрь, Шишәмбе

19 июнь 2015 йыл, 12:41

Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан Карелия һәм Новосибирск өлкәһе менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы

фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Санкт-Петербургта XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Карелия Башлығы Александр Худилайнен ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Документ биш йылға иҫәпләнгән. Ул сауҙа-иҡтисади, ауыл хужалығы, ғилми тикшеренеүҙәр һәм инновациялар, транспорт, ҡала төҙөлөшө һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман мөнәсәбәттәре, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә  хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу ҡарала.

Шул уҡ көндә Рөстәм Хәмитов менән Новосибирск өлкәһе губернаторы Владимир Городецкий Башҡортостан Хөкүмәте һәм Новосибирск өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Был документ та биш йылға иҫәпләнгән. Килешеүгә ярашлы, төбәктәр сауҙа, ауыл хужалығы, фәнни тикшеренеүҙәр һәм инновациялар, транспорт, ҡала төҙөлөшө һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман сәнәғәте, экология, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Шулай уҡ дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, халыҡты социаль яҡлау, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу күҙ уңында тотола. Ҡул ҡуйғандан һуң яҡтар берлектәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип билдәләнеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.