Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Биш ай эсендә республикала торлаҡ төҙөлөшө күләме 19,9 процентҡа артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда юғары төҙөлөш темптары һаҡлана, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-майында сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 881 мең квадрат метр йәки уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 119,9 процент тәшкил иткән. Республиканың 1000 кешеһенә иҫәпләгәндә, 216 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.

Биш ай йомғаҡтары буйынса республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе, йән башына торлаҡ төҙөү буйынса, Татарстандан һәм Ульяновск өлкәһенән ҡала, өсөнсө урында килә. Халыҡ үҙенең иҫәбенә һәм кредит ярҙамында 609,2 мең квадрат метр йорт һалған, был 2014 йылдың ғинуар-май айҙарына ҡарата 102,5 процент. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында уларҙың өлөшө 69,2 процент тәшкил итте.

Республика предприятиелары һәм ойошмалары 271,8 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индергән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,9 тапҡырға күберәк, тип аңлатма бирҙеләр статистика ведомствоһында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть