Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланылар. 18 июндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында медицина тармағы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы булды.

Табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын һәм фельдшерҙарҙы төбәк Башлығы исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.

«Халыҡ аҡ халатлы табиптарға ышанып һәм өмөтләнеп мөрәжәғәт итә. Һеҙ кешеләрҙе аяҡҡа баҫтыраһығыҙ, һөҙөмтәлә пациенттарҙың өмөттәрен аҡлайһығыҙ. Бөгөнгө көндә республикала тармаҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, беҙ табиптарыбыҙ – юғары кимәлдәге белгестәр менән ғорурланабыҙ. Бөгөн алдыбыҙҙа ҙур бурыстар тора. Тәү сиратта ғүмер оҙайлығын арттырырға, үлемде кәметергә кәрәк. Бының өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең көсө һәм Хөкүмәт яғынан финанс ярҙамы етерлек. Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем», — тип билдәләне вице-премьер.

Салауат Сәғитов уңыш ҡаҙанған медиктарға лайыҡлы наградалар тапшырҙы. Республиканың 12 табибына «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» исеме бирелде. Бер өлкән шәфҡәт туташы «Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы грамоталарын алды. Баш табип урынбаҫары Ирина Бакурина әйтеүенсә, Еңеүҙең 70 йыллығы госпиталь өсөн әһәмиәтле булды. Заманса йыһазландырылған 80 койкалыҡ корпус сафҡа индерелде.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров үҙенең сәләмләү һүҙендә билдәләүенсә, дөйөм алғанда, бөгөн тармаҡ тотороҡло, ышаныслы эшләй. Ведомство башлығы ете табипҡа «Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһен тапшырҙы. Улар араһында һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенең функциональ диагностика яһау бүлеге мөдире Флүзә Фәррәхова, Талбазы үҙәк район дауаханаһының Исмаил фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Динә Хәмитова бар. Шулай уҡ медиктар республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть