4 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2015 йыл, 18:29

Төбәктә «Урал батыр» сәсәндәр үҙәге эшләй башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Урал батыр» сәсәндәр үҙәге эшләй башланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны ғәмәлгә ашырыуға 90 мең һум күләмендәге республика Башлығы гранты бүленде. Республика халыҡ ижады үҙәге эргәһендә булдырылған үҙәк беренсе тапҡыр балалар проектына ҡушылды. Белгестәр «Арғымаҡ» балаларҙы ял иттереү, һауыҡтырыу һәм үҫтереү үҙәге эшендә ҡатнаша.

Үҙенсәлекле проект Әбйәлил районының «Ирәндек» балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялы базаһында урынлашҡан. Танылған уҡытыусылар һәм сәсәндәр оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, халыҡ ижадын пропагандалай. Балалар менән осрашыуға республиканың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре саҡырыла. Ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, сәсәндәр традицияларын дауам итеүселәр Гөлнур Мәмлиева һәм Асия Ғәйнуллина, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө менән осрашыуҙар ойошторолған да инде.

«Үҙәктең программаһы йәштәрҙең милли мәҙәниәт, тел, тарих өлкәһендә белемдәрен арттырыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған танып белеү мөхитен булдырыуға йүнәлтелгән», — тип хәбәр итте Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат секретары Вәлиә Утарбаева.

темалар: халыҡ ижады