Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 1783 кеше — йәмғиәтте өйрәнеү, 264-е химия буйынса БДИ тапшыра алманы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Быйыл Башҡортостанда 1783 сығарылыш уҡыусыһы йәмғиәтте өйрәнеү буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында минималь балды йыя алманы. Һайлау буйынса өҫтәмә предметтар араһында йәмғиәтте өйрәнеү фәне бик популяр — уны 10403 кеше һайлаған.

194 имтихан тапшырыусы 80 һәм унан күберәк балл туплаған. Йөҙ балға яҙыусылар теркәлмәгән, әммә Өфөлә, Күмертауҙа һәм Нефтекамала дүрт кеше 96 балл йыйған. Уртаса балл – 51,9.

Химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында 3596 сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашҡан. Уртаса балл — 57,4, 264 кеше минималь балды йыя алмаған.

Стәрлетамаҡтан, Күмертауҙан һәм Әлшәй районынан өс кеше 100 балға яҙған, 226 уҡыусы 80 һәм унан күберәк балл туплаған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть