10 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2015 йыл, 16:50

Өфөлә «Йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт һарайында һөнәрҙәре буйынса иң яҡшыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Маҡтаулы исемгә бөтә республиканан 85 табип дәғүә итте. Улар 30-ҙан ашыу номинацияла билдәләнде. Кандидаттарҙы һайлап алғанда уларҙың һөнәри һәм шәхси сифаттары, тәжрибәһе, ҡаҙаныштары, коллегаларының һәм пациенттарҙың баһалауы иҫәпкә алынды.

Лауреаттарҙы ҡотлап, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, был наградалар – коллегаларҙың һәм пациенттарҙың һөнәри ҡаҙаныштарға юғары баһаһы, тип билдәләне. Бөгөнгө көндә тармаҡта үҙ эшенең оҫталары эшләй, улар һәр ваҡытта ярҙамға килергә һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға әҙер, тине ведомство башлығы.

Бүләкләнеүселәр араһында Республика балалар клиник дауаханаһының табип-нефрологы Фәриҙә Саҡаева менән Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының табип-урологы Фәид Шакиров бар. Улар «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында билдәләнде.

Республика балалар клиник дауаханаһының табиптар бригадаһы: табип-хирург Артем Неудачин, балалар хирургияһы кафедраһы доценты (ассистент) Гүзәл Латипова, врач-хирург (ассистент) Фәрис Миңғолов, табип-анестезиологтар-реаниматологтар Рөстәм Бәҙертдинов һәм Эльвира Мансурова «Кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция яһаған өсөн» номинацияһына лайыҡ булды.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин «Иң яҡшы медицина ойошмаһы етәксеһе» номинацияһында еңеп сыҡты.

Республика конкурсында еңеүселәрҙең эше Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иғлан иткән бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн ебәреләсәк.

Быйыл конкурс комиссияһы «Венера Ҡарамышева иҫтәлегенә медицина темаһына яҙышыусы иң яҡшы журналист» номинацияһын булдырҙы. Унда «Рәсәй гәзите»нең Өфө филиалы хәбәрсеһе Тамара Пересыпкина еңеү яуланы.