3 декабрь, Шәмбе

18 июнь 2015 йыл, 15:54

Баш ҡалала «Ете ҡыҙ» фонтанында тәүге һындар барлыҡҡа килде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театры янындағы «Ете ҡыҙ» фонтанында тәүге һындар барлыҡҡа килде. Бөгөн, 18 июндә, белгестәр ете фигураның өсәүһен ҡуйҙы. «Уралагротехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка начальнигы Айнур Хөсәйенов һүҙҙәренсә, ҡалған һындарҙы 19 июндә килтерәсәктәр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике метр бейеклегендәге бронзанан яһалған «Ете ҡыҙ» фонтанының скульптура композицияһы башҡорт халыҡ легендаһы нигеҙендә төҙөлә. Яңы фонтан төҫлө һәм музыкаль итеп эшләнә. Фонтан эргәһендәге экранда Фәйзи Ғәскәров ҡуйған билдәле лирик бейеү күрһәтеләсәк. Ҡалалағы иң ҙур фонтан 30 июндә асыла.

темалар: фонтандар