Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 35 градус эҫе булыуы көтөлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда 35 градус эҫе булыуы көтөлә. Республиканың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, аҙна аҙағына тиклем көндәр ҡоро, эҫе торасаҡ, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, дауыл сығыуы ихтимал.

Һауа температураһы төндә — 15-20, көндөҙ 30-35 градус эҫе буласаҡ. «Өфө буйынса иң юғары күрһәткестәр — 34 градус, Башҡортостан буйынса — 35 градус эҫе. Был аҙнала уртаса тәүлек температураһы норманан 7-8 градусҡа юғары», — тип хәбәр итте «Башгидромет»тың матбуғат секретары Елена Орлова.  

19 июндән 21-нә тиклем республиканың төньяҡ райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, йәшен ваҡытында елдең секундына 18-20 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал. Өфөлә яуым-төшөм көтөлмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть