4 декабрь, Йәкшәмбе

18 июнь 2015 йыл, 14:49

Республикала Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы участкаһының икенсе сиратын төҙөү башланды

фото: Илья Панченко

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Белорет районында Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы участкаһының икенсе сиратын төҙөү башланды, уны төҙөү тамамланғас, Белорет — Магнитогорск, Белорет — Учалы һәм Белорет — Өфө автомобиль юлдарын тоташтырыусы урау юл тулыһынса файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төҙөлөш эштәрен тамамлау өсөн республика бюджетынан 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлының урау участкаһы 2006 йылда төҙөлә башланғайны. Ошо осорҙа Ағиҙел йылғаһы аша 190 метрлыҡ күпер һалынды, Пугачев карьеры янындағы тимер юлы аша 59,2 метр оҙонлоғондағы юл үткәргес файҙаланыуға тапшырылды.

Урау юлдың беренсе сираты 2011 йылдың октябрендә асылды. Бөтәһе 11,2 саҡрым юл сафҡа индерелде.

Автомобиль юлының икенсе участкаһы төҙөлгән участканы Ҡаҙыш ауылы эргәһендәге Белорет — Өфө трассаһы менән тоташтырасаҡ.

Һөҙөмтәлә урау юлдың оҙонлоғо 21,2 километр тәшкил итәсәк. Бынан тыш, проектта Белорет — Учалы — Миәс автомобиль юлына  һәм Ломовка ауылына инеү юлын төҙөү ҡаралған.

Башҡарылған эштәрҙең сифатын Белорет юл ремонт-төҙөлөш идаралығының асфаль-бетон заводы ҡарамағындағы һәм Өфө «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лабораториялары тикшерә.

Юлдарҙы төҙөкләндереү барышында йөҙҙән ашыу юл билдәләре, 3,5 мең метр барьер-ҡоймалар һәм Боғанаҡ ауылы халҡы өсөн автобус павильоны ҡуйыласаҡ.

Эштәрҙе тамамлау ваҡыты – 2015 йылдың 24 октябре.

Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлының урау участкаһын файҙаланыуға тапшырыу Белорет ҡалаһы урамдарында транзит транспортын кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Был экологик хәлде яҡшыртасаҡ, юл-транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеге кимәлен күпкә арттырасаҡ. Бынан тыш, Белорет – Учалы – Миәс, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлдары буйлап йөрөгән транзит транспорты өсөн ара ҡыҫҡара, шуға ярашлы Белорет районында, республикала тораҡ пункттар араһында транспорт бәйләнеше яҡшырасаҡ, тип хәбәр иттеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: юл төҙөлөшө