3 декабрь, Шәмбе

17 июнь 2015 йыл, 17:04

Башҡортостан халҡы «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль программаһында ҡатнаша ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан халҡы «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль программаһында ҡатнаша ала.

«Интерфакс» агентлығы ойошторған матбуғат конференцияһында программаға һайлап алыу шарттары, килем кимәле һәм башҡа талаптар хаҡында һүҙ барҙы.

— «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» федераль программаһы 2017 йылдың икенсе кварталына тиклем ғәмәлдә буласаҡ, — тине «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының күсемһеҙ милекте һатыу бүлеге етәксеһе Владимир Семенов. – Программа буйынса Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 25 миллион квадрат метр торлаҡ һатыласаҡ, шуларҙың 600 мең «квадраты» — Башҡортостанда.

Фатирҙарҙы төҙөүселәрҙең үҙҙәренән алырға мөмкин, төҙөлөш ойошмаларының исемлеге дәүләт тарафынан ентекле тикшерелә. Шулай уҡ программала аккредитацияланған банктар ғына ҡатнаша.

Програмала ҡатнашыу өсөн йәшәгән урын буйынса хакимиәттә программаның тейешле критерийҙарына ярашлылыҡ хаҡында уникаль номер менән күсермә алырға кәрәк. Республикала, шулай уҡ Рәсәйҙең теләһә ниндәй төбәгендә ошо документ менән төҙөүсегә мөрәжәғәт итергә була.

«Льготалы» торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы – 35 мең һум. Шуның менән бергә, Владимир Семенов һүҙҙәренсә, төҙөлөштөң үҙҡиммәте – 32 мең, был төҙөлөш-монтаж эштәренә һәм ер участкаһын һатып алыуға киткән сығымдар. Бынан тыш, төҙөүсе инфраструктура өсөн түләй. Программа сиктәрендә төҙөүселәр торлаҡ майҙанының квадрат метры өсөн дүрт мең һум иҫәбенән инфраструктураға йүнәлтелгән сығымдарҙы кире ҡайтарырға хоҡуҡлы.

темалар: торлаҡ