7 декабрь, Шаршамбы

17 июнь 2015 йыл, 16:21

Өфөлә ваҡ фермерҙарҙы сауҙа предприятиелары менән берләштереү мәсьәләһе хәл ителәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә Башҡортостандың ҙур булмаған етештереүселәре һәм сауҙа предприятиелары араһында осрашыу була. «Урындағы сауҙа селтәрҙәре» сауҙа-һатып алыу конференцияһы «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Уны Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы менән берлектә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ойоштора.

Конференцияла республиканың ҙур булмаған етештереүселәре, дистрибьютор компаниялары вәкилдәре, урындағы сауҙа нөктәләре ҡатнаша. Республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең продукцияһының магазин кәштәләренә эләгеүе тураһында мәсьәлә иғтибар үҙәгендә буласаҡ.