9 декабрь, Йома

17 июнь 2015 йыл, 15:45

Баш ҡалала Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 июндә Өфөлә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнәсәк. Ошо дата уңайынан Башҡортостандың Милли музейында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Сараның программаһында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында документаль фильмдар, уҡыусылар өсөн «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан» залы буйлап интерактив экскурсия, «Фронт рәссамдарының плакаттары һәм һүрәттәре» күргәҙмәһе ҡаралған.

«Һуғыш һәр йортҡа ҡайғы алып килде. Ул миллиондарса кешенең ғүмерен өҙҙө. Күпме яугир Тыуған иле өсөн һуғыш яланында ятып ҡалды. Беҙ ошо ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә Бөйөк һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған кешеләрҙе хәтерләүселәрҙең барыһын да саҡырабыҙ», — тип хәбәр иттеләр музейҙан.

Милли музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14, телефон: 273-50-27.

темалар: хәтер