5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2015 йыл, 14:52

ШОС саммиттары алдынан Өфөлә терроризмға ҡаршы хәрәкәткә айырыуса иғтибар бүленә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советының ултырышын үткәреү алдынан Өфөлә террорға ҡаршы комиссиялар һәм оператив штабтарға айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Был хаҡта Милли террорға ҡаршы комитет һәм Федераль оператив штабтың берлектәге ултырышында Милли террорға ҡаршы комитет рәйесе, Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте директоры Александр Бортников белдерҙе.

Тикшереүҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Рәсәй Президентының башҡа федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, Башҡортостан, Татарстан һәм Сыуашстан башлыҡтары, шулай уҡ федераль башҡарма власть органдарының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылыусылар мөһим халыҡ-ара саралар уҙғарыласаҡ объекттарҙа һәм халыҡ күп йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендә Волга буйы федераль округы субъекттарында террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штабтарҙың эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләрен ҡараны.

Милли террорға ҡаршы комитет рәйесе үҙ сығышында терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы тороу округта власть органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булыуына иғтибар итте. 2014 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем әүҙем иҫкәртеү эштәре алып барыу һөҙөмтәһендә төбәктә бер генә терракт та булманы һәм террор йүнәлешендәге биш енәйәткә юл ҡуйылманы.

Быйыл февралдә Өфөлә һәм Башҡортостандың башҡа тораҡ пункттарында «Хизб ут-Тәхрир әл-Ислами» ойошмаһының 23 ағзаһы ҡулға алынды. Үткән йылдың октябрендә «Ислам дәүләте» халыҡ-ара террор ойошмаһында торған ике кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылды һәм 11 һәм 12 йылға иректәренән мәхрүм ителде. Улар Киров өлкәһендәге химик ҡоралды һаҡлау һәм юҡ итеү объектында теракт эшләргә йыйынған. 2014 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары округта ҡорал, боприпастар һаҡланған ете урынды асыҡлаған.

Бынан тыш, ултырышта ҡоралдарҙың, боеприпастарҙың һәм шартлатҡыс матдәләрҙең  законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу, шулай уҡ мөһим һәм хәүефле объекттарҙың террорға ҡаршы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар тураһында Комитет ҡабул иткән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.