10 декабрь, Шәмбе

17 июнь 2015 йыл, 13:03

Синоптиктар июнь аҙағына тиклем төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуын күҙаллай

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Июндә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе һәм көслө ел иҫеүе көтөлә. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәлә «Башгидромет»тың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте.  

Хәҙерге ваҡытта тупраҡтағы дым запасы нормаға ярашлы. Хәйбулла, Шишмә һәм Баймаҡ райондарында яуым-төшөмдөң булмауы күҙәтелгән.

25 июнгә тиклем һауа температураһы төндә – 17-22, көндөҙ 29-34 градус йылы буласаҡ. 25 июндән һуң ямғырҙар көтөлмәй, төндә – 13-18, көндөҙ 24-29 градус эҫе.

Июлдә һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы күҙаллана, яуым-төшөм күләме – 60-80 мм.

«Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, сентябрь айы йылы һәм ҡоро буласаҡ», — тине Анна Козаева.