5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2015 йыл, 12:27

Рәссам Рәсих Әхмәтвәлиев Өфөнөң «Мираҫ» галереяһына күргәҙмәгә саҡыра

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 июндә Өфөнөң «Мираҫ» галереяһында билдәле рәссам Рәсих Әхмәтвәлиевтың «Ошо хаҡта» исемле күргәҙмәһе асыла. Экспозицияға төрлө осорҙа ижад ителгән эштәр ҡуйыласаҡ.

«Күргәҙмәнең исемен үҙем уйлап таптым, — тип һөйләне рәссам. — Был сәнғәттең мәңгелек темаларына — тормошҡа, гүзәллеккә, эске мөмкинлектәргә ҡағыла. Бынан алдағы күргәҙмә «Картина, майлы буяу» тип аталғайны, йәки эштәрең ниндәй генә булмаһын, һин ошо материал сиктәрендә тороп ҡалаһың. Йөкмәтке лә шулай: дәүләттең, сәйәсәттең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, мәңгелек ҡиммәттәр үҙгәрмәй».

Күргәҙмәне асыуҙа автор үҙе лә ҡатнаша. Киске сәғәт 7-лә башлана.

Рәсих Әхмәтвәлиев – донъя кимәлендә танылған рәссам, Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы, «Туран» халыҡ-ара бойондороҡһоҙ фондтың I премия лауреаты, «Инйәр» ижади төркөмө, «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы. Уның картиналары Третьяков дәүләт галереяһында, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейында, Мәскәү заманса сәнғәт музейында, башҡа сәнғәт галереяларында, Рәсәй музейҙарында, Өфө, Ҡазан, Новосибирск, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалалары һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Рәсих Әхмәтвәлиевтың картиналары бик үҙенсәлекле, уларҙа классик рәсем сәнғәте мәктәбе заманса тасуирлау саралары менән тап килә.

Күргәҙмә 31 июлгә тиклем дауам итә.

темалар: күргәҙмәләр