6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2015 йыл, 10:06

Өфөлә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә абруйлы наградалар тапшырылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 16 июндә Өфөлә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталары тапшырылды. Был наградаға ошо өлкәлә 15 йылдан артыҡ эшләгән хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды. Улар араһында журналистар ғына түгел, телевидениела эшләгән монтажсылар, гәзит корректорҙары һәм тармаҡтағы башҡа хеҙмәткәрҙәр бар ине.

«Киң мәғлүмәт сараларының эшен телевизор ҡараусылар һәм гәзит уҡыусылар баһалай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп хеҙмәткәрҙәр, мәҫәлән, операторҙар йәки монтажсылар, кадр артында ҡала. Бөгөн беҙ ошо мөһим һәм кәрәкле мәғлүмәт еткереүсе кешеләрҙе бүләкләйбеҙ», — тине республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

«Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Эльвира Әсәҙуллина 25 йыл журналист булып эшләй. Был ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа ошо һөнәрҙе һайлағаныма үкенмәнем, ти ул. «Мин Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамланым. Тәүҙә мәктәп тормошо, һуңғараҡ наркоманияны, терроризмды иҫкәртеү хаҡында яҙҙым. Бик күп республика конкурстарында ҡатнаштым. Эшемде яратам һәм ошондай абруйлы награда алыуыма шатмын, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Эльвира Әсәҙуллина.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бүләкләү тантанаһын Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитеты ойошторған. Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамоталарына бөтәһе 19 киң мәғлүмәт хеҙмәткәре лайыҡ булды.