8 декабрь, Кесе йома

16 июнь 2015 йыл, 17:32

Башҡортостанда математика буйынса БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды: 4266 кеше имтиханды тапшыра алманы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда математиканан профилле Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Имтиханда 17027 кеше ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл сығарылыш класс уҡыусыларына математика буйынса БДИ тапшырыу өсөн профилле йәки база кимәлен һайлау мөмкинлеге бирелде.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер кем дә йөҙ балға яҙмаған, өс уҡыусы 98 балл йыйған – икәүһе Өфөнән һәм берәүһе Белорет районынан. 294 ҡатнашыусы 80 һәм унан юғарыраҡ балл (1,7 процент) туплаған. Республикала профилле кимәлдәге математика буйынса уртаса балл – 42,8. Сағыштырыу өсөн: былтыр ул 44,6 балл тәшкил итте.

4266 кеше һынауҙы бирә алманы. Әгәр ҙә уларҙың рус теленән БДИ һөҙөмтәләре 24 балдан күберәк булһа, 23 июндә имтиханды ҡабаттан тапшырасаҡ.