Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Республикала тоҡомсолоҡ эше белгестәренә ай һайын хеҙмәт хаҡына өҫтәмә аҡса түләнәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда «Тоҡомсолоҡ эшен һәм яһалма аталандырыуҙы үҫтереү» программаһы әҙерләнгән, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Программа сиктәрендә 300 меңгә тиклем грант биреп, яһалма аталандырыу буйынса ойошмалар булдырыу планлаштырыла. Тоҡомсолоҡ эше белгестәренә, осеменаторҙарға 60 мең һум «подъемный» һәм ай һайын хеҙмәт хаҡына өҫтәп биш мең һум аҡса түләнәсәк.

Бынан тыш, нәҫел үгеҙҙәренең орлоғон һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡапланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть