3 декабрь, Шәмбе

16 июнь 2015 йыл, 16:40

Башҡортостанда ике миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда ике миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған. Бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар майҙандың 67 процентын биләй. Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Мал аҙығы культураларының дөйөм майҙаны 967 мең гектар тәшкил итә, был үткән йыл кимәленә ҡарата 60 мең гектарға күберәк. Яртыһынан ашыуын кәзә үләне, люцерна, ҡыяҡлылар кеүек күп йыллыҡ үләндәр биләй. Аграрийҙар алдында шартлы бер баш малға 30-32 центнерҙан да кәм булмаған аҙыҡ берәмеге әҙерләү бурысы тора. Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында мал аҙығын әҙерләү башланған.

темалар: ауыл хужалығы