6 декабрь, Шишәмбе

16 июнь 2015 йыл, 16:06

Төбәктә беренсе башҡорт этнофорумы уҙҙы

фото: ойоштороусылар фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда беренсе башҡорт этнография форумы уҙҙы. Баймаҡ районы республиканың төрлө мөйөштәренән һәм күрше төбәктәрҙән ҡунаҡтар ҡабул итте.

Сараны ойоштороусылар булып Баймаҡ районы хакимиәте булышлығында «Ирәндек» этнокомплексы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының йәш яҡташтар ассоциацияһы сығыш яһаны. Өс көн буйына йәштәр эксперттарҙың лекцияларын тыңланы, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторолдо. Кисен күңел асыу программалары һәм концерттар үткәрелде.

Этнофорумда ҡатнашыусылар менән аралашыу өсөн ғалимдар Салауат Хәмиҙуллин, Закирйән Әминев, Азат Бердин, Юлдаш Йосопов килде, улар йәштәргә республиканың, башҡорт ырыуҙарының тарихын бәйән итте. Популяр башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре, Башҡорт Википедияһының үҫеше хаҡында һөйләне. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова киң мәғлүмәт сараларында имиджды формалаштырыу тураһында лекция менән сығыш яһаны, философия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты доценты Гүзәл Вилданова донъяға ҡараш мәсьәләләренә ҡағылды, «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры Тимур Лоҡманов һөҙөмтәле идара итеү һәм бизнес тураһында һөйләне.

Лилиә Барлыбаева етәкселегендәге «Happy Super Mom» клубы вәкилдәре (Сибай) форумда ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар менән башҡорттарҙың ғаилә традициялары, гүзәллек, әсәлек бәхете һәм ойоштороу тәжрибәһе хаҡында әңгәмә ҡорҙо. Ир-егеттәр иһә «Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубы вәкилдәре менән аралашты, улар үҙ сиратында башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы тураһында һөйләне.

Этнофорумда уҡтан атыу, тирмә ҡороу, милли кейем тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, бизнес-тренингтар ойошторолдо. Теләгән һәр кем футбол, волейбол уйнаны һәм Ирәндек һыртында атта йөрөнө.

«Форум башҡорт йәштәренең милли үҫеше, йәш быуындың өлкәндәр менән бәйләнешен нығытыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау өсөн шарттар булдырыу маҡсатында уҙғарылды. Минеңсә, бындай этнофорум — йәштәргә белем һәм тәжрибә тапшырыуҙың, илһөйәрлек тойғоһон уятыуҙың һөҙөмтәле ысулы», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты форумдың директоры Роберт Дәүләтшин.