Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Алыҫ Төньяҡта йәшәгән башҡорттар һәм татарҙар һабантуй үткәрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Якутск ҡалаһы янындағы күркәм тәбиғәт ҡосағында милли байрам — һабантуй уҙғарылды.

Байрам сиктәрендә гер спорты, көрәш, тоҡ кейеп һикереү кеүек ярыштар ойошторолдо. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҡимммәтле бүләктәр алып ҡыуанды. Ҡунаҡтар милли аш-һыу, ҡымыҙ менән һыйланды. Сараға килгән ҡунаҡтар әйтеүенсә, байрам бик яҡшы булды.

Һабантуйҙы «Яҡташ» татар-башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Ул 1993 йылда булдырылған, етәксеһе — Анатолий Рәхмәтуллин. «Яҡташ» үҙәге татар һәм башҡорт ғаиләләренең тарихы буйынса тикшереү эштәре алып бара.

«Бына нисәмә быуат дауамында яҡут ерендә татар һәм башҡорт халҡы йәшәй, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына үҙәк етәксеһе Анатолий Рәхмәтуллин. – Беҙ Саха (Яҡут) Республикаһының берҙәм һәм дуҫ ғаиләһендә йәшәйбеҙ, эшебеҙҙә Халыҡтар эштәре буйынса департамент, Якутск хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Тыуған төйәгебеҙгә әйләнгән алыҫ төньяҡта телде, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡларға тырышабыҙ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть