11 декабрь, Йәкшәмбе

16 июнь 2015 йыл, 14:40

Баш ҡала «Раунд-Х» командаһының «Еңеү өсөн рәхмәт» проектын ҡабул итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 16 июндә Өфөлә Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте проекттарының береһе – «Раунд-Х» командаһының күргәҙмәһе уҙғарыла. «Еңеү өсөн рәхмәт» күргәҙмәһендә «дрифт» дисциплиналы алты спорт автомобиле ҡатнаша. Уларҙы Советтар Союзы Геройҙары хөрмәтенә В. Зайцев, И. Кожедуб, Н. Гастелло, Д. Лавриненко, А. Матросов, А. Покрышкин тип атағандар. Тамаша Ленин урамы, 114-се йорт адресы буйынса киске сәғәт 6-ла башлана.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, бөтә техника хәрби-тарихи тематикаға стилләштерелгән. «Раунд-Х» командаһының күргәҙмәһенә шоу, юғары пилотаж элементтары һәм каскадер трюктары индерелгән.

«Еңеү өсөн рәхмәт» туры Рәсәйҙең 17 ҙур ҡалаларында үтә. Улар араһында Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Шахты, Ставрополь, Краснодар, Волгоград, Һарытау, Һамар, Силәбе, Екатеринбург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Белгород, Өфө, Воронеж, Грозный, Махачкала бар. 11 июлдә Санкт-Петербургта күргәҙмәнең йомғаҡлау тантанаһы буласаҡ.

Сара Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте булышлығында уҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Тур 66 көн дауам итәсәк, ошо ваҡыт эсендә «Раунд-Х» 13 мең саҡрымдан ашыу юл үтәсәк.