6 декабрь, Шишәмбе

16 июнь 2015 йыл, 12:30

Өфө спортсыһы Дарья Кан йәнә еңеүселәр пьедесталында

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөнән 16 йәшлек спорт мастеры Дарья Кан өлкән ҡыҙҙар араһында «тиҙлек» дисциплинаһында ҡаяға үрмәләү буйынса Европа беренселегендә еңеү яуланы.

Ярыштар Эдинбургта (Бөйөк Британия) уҙҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө спортсыһы 2013 йылда Канадала һәм 2014 йылда Яңы Каледонияла уҙған донъя беренселектәрендә — алтын, Европа беренселегендә (Австрия) бронза миҙалдарға лайыҡ булғайны.