Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй банкы төп ставканы 11,5 процентҡа тиклем кәметте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Рәсәй банкы төп ставканы 12,5-тән 11,5 процентҡа тиклем кәметеүе хаҡында иғлан итте. Һуңғы биш айҙа ставка дүртенсе тапҡыр кәметелә.

Директорҙар советы ултырышы йомғаҡтары буйынса 15 июндә Рәсәй банкы төп ставканы 11,5 процентҡа тиклем кәметеүе хаҡында белдерҙе. «Рәсәй банкының директорҙар советы иҡтисадтың «һыуыныу» хәүефе һаҡланғанда инфляция хәүефенең артабан төшөүен иҫәпкә алып, төп ставканы кәметергә хәл итте. Ҡулланыусылар һорауының ҡыҫҡарыуы һәм февраль-майҙа һумдың нығыныуы күҙәтелгән шарттарҙа ҡулланыусылар хаҡтарының үҫеше кәмеүе дауам итте», — тиелә Рәсәй банкының белдереүендә.

Үҙәк банктың мәғлүмәттәре буйынса, илдә инфляция 15,7 процент кимәлендә ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть