10 декабрь, Шәмбе

15 июнь 2015 йыл, 17:55

Баш ҡалала республика брендын үҫтереү стратегияһы тикшереләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә Башҡортостан брендын үҫтереү стратегияһын тикшерәсәктәр. 23 июндә баш ҡалала республика брендын әҙерләүгә һәм төрөүгә арналған «Башбренд — 2015» семинары уҙғарыла. Ошо хаҡта төбәктең Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы хәбәр итә.

Сараға маркетинг һәм киң коммуникациялар буйынса белгес Михаил Дымшиц килә. Ул үҙенең оҫталыҡ дәрестәрендә көслө бренд булдырыу серҙәре менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ ҡасан һәм ни өсөн кешеләр бренд өсөн өҫтәмә хаҡ түләргә әҙер икәнлеге хаҡында һөйләйәсәк. Эксперт республиканың популяр брендтарын баһалаясаҡ һәм уларҙы яҡшыртыу буйынса кәңәштәр бирәсәк.

Семинар Hampton by Hilton ҡунаҡханаһының конференциялар залында уҙа. Унда ҡатнашыу өсөн сараның сайтында теркәлергә кәрәк.

темалар: бренд