Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Республикала ҡала ситендәге 90 лагерҙа 11,7 мең бала ял итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда ҡала ситендәге 90 лагерҙа 11 700 бала ял итә. 20 июнгә тиклем ҡала ситендә тағы ла биш һауыҡтырыу учреждениеһы асыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.

Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Рәмзиә Биҡҡужина һүҙҙәренсә, 220 уҡыусы йәйге каникулдарының тәүге айын Ҡырымда үткәрә. Шуларҙың 180-е – Евпаториялағы «Салют» лагерында, 40 бала «Артек»  халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итә.

Шулай уҡ бөтә ерҙә лә көндөҙгө лагерҙар эшләй.

Бынан тыш, әлеге ваҡытта дүрт палаткалы лагерь асылған, 519 кеше поход шарттарында ял итә.

Тағы ла бер йүнәлеш – хеҙмәт берекмәләре, унда үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш йәки ваҡытлыса эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә. Әлеге мәлдә 613 хеҙмәт берекмәләре эшләй, унда 17 700 кеше йәлеп ителгән.

Йәйге осорҙа социаль яҡтан хәүефле, ауыр тормош хәлендә һәм эске эштәр органдарында иҫәптә торған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыуға һәм уларҙың мәшғүллегенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар мәғариф ведомствоһында. Быйыл йәй республикала һауыҡтырыласаҡ һәм ваҡытлыса эшкә урынлаштырыласаҡ 385 мең баланың 85 меңе ауыр тормош хәлендә тороп ҡалған.

Теги: йәйге ял
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть