Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Санкт-Петербургта милли байрам – һабантуй ойошторолдо. Сара Ленинград өлкәһе Всеволожский районы Энколово ауылында уҙҙы, байрамға Ленинград өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Дрозденко килде. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова етәкселегендәге рәсми делегация халыҡ байрамын тантаналы асыуҙа ҡатнашты.

Һабантуйҙа концерт номерҙары менән Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан ансамблдәре һәм ижади коллективтары сығыш яһаны.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле республикабыҙҙың ижади программаһын тәҡдим итте. Концерттың бер бүлеге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланғайны. Артистар башҡорт яугирҙәренең бейеүен, «Ҡара юрға», «Любизар», «Майс вальсы», «45-тең яҙы», «Һалдат йыры» йырҙарын, хәрби попурри башҡарҙы. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан сәхнәнән бөйөк фронтовик-шағир Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғыраны.

«Һабантуй майҙанында арҡан буйлап сығыу, күҙ бәйләп көршәк ватыу, билбау көрәше һәм башҡа ярыштар ойошторолдо. Тирмәләрҙә һәм этноауылдарҙа милли ризыҡтарҙы тәмләп ҡарарға, спорт уйындарында ҡатнашырға, сувенирҙар һатып алырға мөмкин ине», —  тип һөйләне Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Луиза Ғафарова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть